Все новости
Байрам шандауы
15 Января , 16:56

Мөғжизәле байрам

Кинйәбай ауылының "Ләйсән" балалар баксаһы хеҙмәткәрҙәре һәм балалары исеменән барыһын да Иҫке Яңы йыл менән ҡотлап рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ебәрәбеҙ.

Мөғжизәле байрам
Мөғжизәле байрам

Яңы йыл байрамдары бик күңелле үтеп китте, кескәйҙәребеҙ бик тә ҡыуанды. Ошо байрамды ойоштороуҙа ярҙам итеп, балаларҙың күңелдәрен күреп, күстәнәстәр алған спонсорҙарыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Урал Ибраһимов, Көйөргәҙе районының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Эльза Васильева, Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе башлығы Игорь Ворошилов, эшҡыуар Рим Ғәлиев кескәйҙәребеҙгә оло шатлыҡ бүләк иттеләр. Шулай уҡ байрамдың төп ҡунағы булған шыршы-ҡупшыҡайҙы беҙгә Юныс Абдуллин бирҙе. Уларҙың барыһының да эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбез! Кескәйҙәребеҙҙе ҡыуандырғанығыҙ, уларға мөғжизә бүләк иткәнегеҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе һөйөндөрһөн. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Яңы йыл барыбыҙҙы ла һөйөнслө хәбәрҙәр менән генә ҡыуандырып торһон.
Минзилә ҒӘББӘСОВА, “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Кинйәбай ауылы

Автор:
Читайте нас: