Все новости
Байрам шандауы
21 Марта , 09:33

Дуҫлыҡ еңде

Ҡотлоюлдар шәп байрам итте.

Дуҫлыҡ еңде
Дуҫлыҡ еңде

Бәйгене Нәғим Аҡһаров алып барҙы. Ике команда ла йәш саҡта яратып йырлаған ретро йырҙарыбыҙҙы йырланыҡ. Төрлө һынауҙар булды: салат яһаныҡ, интермедия ҡуйҙыҡ, вальс бейенек, ҡалакка йомортҡа һалып ярыштыҡ, биҙрәгә туп ырғыттыҡ. Матур кисәне барыбыҙ ҙа яратып йырлаған “Моңдар ҡайтһын ауылға” тигән йыр менән тамамланыҡ. Ярыш араһында Нәғим Йәүҙәт улы көләмәстәр уҡып тағы ла байрам кәйефе өҫтәне.
Күңелле сарала дуҫлыҡ еңде. Ләлә Сәмерхан ҡыҙы Боҫҡанованың спонсор ярҙам күрһәткән аҡсаһына концертка килгән инәй һәм апайҙарыбыҙға байрам бүләктәре лә тараттыҡ. 

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: