Все новости

Хөсәйенов үҙе килде

Һаумыһығыҙ, Юшатырҙар! Бөйөк байрам менән һеҙҙе!

Хөсәйенов үҙе килде
Хөсәйенов үҙе килде

Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Түбәнге Баба ауылында Еңеү байрамы бик матур үтте. Халыҡты байрам менән ҡотларға ауыл хакимиәте башлығы Д. Р. Хөсәйенов үҙе килде, ҙур рәхмәт уға! Һәйкәл янына сәскәләр һалыу, бер минутлыҡ тынлыҡ, хатта һалдат бутҡаһы ла ойошторолдо. Халыҡ, илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, киләһе йылда Еңеү байрамының 80 йыллығын да ошолай бергәләп, иҫән-имен ҡаршыларға булһын, тип теләктәр теләне.
Һалдат бутҡаһын ауыҙ итер алдынан һуғышта вафат булғандар рухына арнап Ҡөрьәндән аяттар уҡылды.

Земфира Вәлиева, Түбәнге Баба ауылы

Автор:
Читайте нас: