Все новости
Байрам шандауы
2 Октября , 13:15

Оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйем!

Һаумыһығыҙ, Юшатырҙар! Түбәнге Баба ауылында ла ололарҙы хөрмәтләп, байрам табыны ойошторҙоҡ.

Оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйем!
Оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйем!

Рәхмәт "Искра" хужалығы етәксеһенә, байрам өсөн ит бүлеп биргәненә, пакет-пакет күстәнәс әҙерләп таратҡаны өсөн!Йыл да шулай хужалыҡта эшләп, хаҡлы ялға киткәндәрҙе онотмай, хөрмәт күрһәтәләр. Ашханала эшләгән йәштәр Бусканова Лилиә, Мухамедьярова Ғәҙилә тәмле аш, былау бешереп килтерҙеләр, ҙур рәхмәт уларға ла! Ололарҙы ололау-яҡшылыҡтың билдәһе, тиҙәр бит, Аллаға шөкөр, йәштәр шуны белә. Ололар, тиһәм дә,бер ҙә бирешеп, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар әле ул беҙҙең ағинәйҙәр. Ҡулдан килгәнсе МХО ға ярҙам итергә тырышалар:йылы кейемдәр бәйләйҙәр, аҡсалата ярҙам йыялар, масксеткалар үрәләр. Ошо көндәрҙә 8-се сетканы үреп бөтөп, йыйылған аҡсаға дарыуҙар алып тапшырырға торабыҙ, алла бирһә. Ауылыбыҙ ололарына, шулай дәртегеҙ һүнмәһен, тимен.Һау- сәләмәт булып, яратҡан кешеләрегеҙ араһында оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйем!

Земфира Вәлиева, Түбәнге Баба ауылы 

Автор:
Читайте нас: