Ниндәй ҙур бәхет ул каникулдарға, ялдарға ауылға улар янына ҡайтыу. Мин үҙем ялдар еткәнен түҙемһеҙләнеп көтөп алам, күңел ауылға тартыла, унда мине һәр ваҡыт көләс йөҙ, һыйлы табындар менән Әминә өләсәйем һәм Марат олатайым ҡаршы ала.
Бөгөнгө көндә ауыл тотҡаһы булып тора ололар, сөнки йәштәр ҡалаға күсеп бөттө, ауылдарҙа шул өләсәй, олатайҙарыбыҙ ғына ҡалды. Октябрь айы тап ошо ололарҙы, беҙҙең ҡәҙерле өләсәй, олатайҙарыбыҙҙы хөрмәтләү көнө менән башланып китә. Ошо күркәм көн уңайынан беҙҙең Таймаҫ ауылында ла ҙур байрам ойошторҙолар.
Ауылыбыҙҙың өлкән быуын вәкилдәрен ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһына йыйып, сәй табыны ҡорҙолар. Оло йәштә булһалар ҙа инәй-бабайҙарыбыҙ дәртле, улар һәр береһе үҙ һүҙен әйтеп, йырҙар һуҙып, матур-матур теләктәр теләнеләр. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре, ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙэшмәкәр артистары байрамды тағы ла йәмләп, ҡунаҡтарға моңло йырҙар бүләк иттеләр.
Ололарға ихтибар һәм иғтирам көнө уңайынан, мин ауылыбыҙҙың оло йәштәге инәй-бабайҙарын ихлас ҡотлайым, уларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалам һәм ауылыбыҙ мәңге йәшәһен, тип теләйем!
Азат ХӨСӘЙЕНОВ, РПЛИ-ның 8 класс уҡыусыһы