

Сәскә-гөлдәр ер йөҙөндә бихисап, ә беҙ, түҙемһеҙләнеп, уның сыҡҡанын көтәбеҙ, донъяға яралыуы менән янына ашығабыҙ - күреп ҡалырға, ҡағылып өлгөрөргә кәрәк. Ғүмерҙәре үтә ҡыҫҡа бахырҡайҙың, ошоноһо менән әҙәм балаһын үҙенә йәлеп итәлер ҙә.
Бөгөн - Умырзая көнө. Йәшәргә ваҡыт бик аҙ ғына бирелгән булһа ла, ҡалай сағыу уның тормошо. Ә, яҙ миҙгеле бер ҡасан да бөтмәҫ булһа, ул мәңге йәшәр инеме икән?
...Яныбыҙҙа ғүмер миҙгелебеҙҙе гел яҙ иткән кешеләр булһын ине. Байрам менән!