Йыл да килгән ғәҙәт буйынса, был байрамды киң генә итеп билдәләйҙәр. Быйыл да йола боҙолманы. Район хакимиәте үтә йомарт, байрам һайын йөҙгә яҡын кеше бүләкләнә, ә быныһында... Уларҙы яҙып бөтөү өсөн беҙгә, кәмендә, ике гәзит сығарырға кәрәк.
Күмертау ҡалаһы хакимиәте нисек байрам иткән -ләм-мим. Ҡала башлығы студенттар менән осрашҡан мәле тураһында ғына әйтте, ә башҡаһын, булғанмы-булмағанмы, береһе лә белмәне.
Беҙ ҙә яҙманыҡ. Бер көн алдан булған һөйләшеү (Күмертау хакимиәтендәге бер түрә менән):
- Иртәгә нисәлә була ул?
- Һиңә нимәгә? Серебряный кәлүш бүләк итәһеңме?
- ...
- Килеп берәй нәмә тип төрттөрөп яҙмаҡсыһыңмы?
- Ундайы башта ла юҡ ине, кемделер бүләкләйҙәр бит инде, шул турала хәбәр итергә, ҡотларға...
- Беҙҙә үҙ кешеләр генә буласаҡ, гәзиттәрҙе саҡырмайбыҙ. Ябыҡ була сара.
- Һеҙ Пентагонмы әллә?
- Ярар, давай, кәйеф былай ҙа юҡ.
Артабан ныҡышып торғо килмәне, чиновник булһа ла, кеше бит, йә иртән ҡатыны менән талашып сығып киткән булғандыр. Маҙаһына теймәйек.
Күрше бүлмәлә ултырған "Кумертауское время" гәзите мөхәрриренә инәбеҙ - һораш әле нимә булды икән, ниңә ябылып ултырмаҡсылар?
- Беҙ, ысынлап та, ябыҡ форматта үткәрергә булдыҡ. Бар ғаләм күрһә, халыҡтан негатив күп буласаҡ, - бөтөнләй икенсе кеше рус гәзитенә ошолай яуап бирҙе. Оялыу, тартыныу ғәләмәте лә баһа был. Үҙ хәлдәрен үҙҙәре белә. Үс итеп, юрамал, барып керергә ине лә... Ҡулды һелтәнек - юҡ тек юҡ, суҡынһын.
...Район хакимиәте шау килде. Аҙаҡ, тупһала тороп, күмәкләп фотоға төштөләр. Бер ауыл башлығы ғына әллә ҡайҙа ситтә тора.
- Ниңә башҡалар менән бергә фотоға төшмәйһең ул?
Был ҡаты ғына итеп һүгенде, ергә ласлатып төкөрҙө лә машинаһына ултырып ҡайтты ла китте. Атаҡ, фотоға төшөргә әллә оялды?
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.