Оҙаҡ баш ватырҙар, кем икән, ниндәй йондоҙ икән был тип фаразларҙар тип уйлаһаҡ... Булманы тәки. Шунда уҡ тиерлек танынылар. Дөрөҫ, саҡ ҡына ситкәрәк киткән кешеләр ҙә булды, әммә күбеһе сәпкә тура тейҙерҙе - һис икеләнеүһеҙ, Нурзилә был, тинеләр.
Алла Пугачеваның бала саҡ фотоһын ҡуйһаҡ, былай уҡ тиҙ һәм дөрөҫ яуап бирә алмаҫтар ине, хаҡ әйтәләр икән: күктәге йондоҙға ҡарағанда ерҙәгеһе яҡыныраҡ.
Ҡыҫҡаһы, иң тәү булып фотолағы бәләкәсте өлкән Нурзилә тип таныусы Альбина Яҡупованы бүләкләйбеҙ.