Все новости
Байрам уңайынан
9 Июня 2023, 12:50

”Минең кеүек эшлә, минән яҡшыраҡ эшлә!”

Рима АРЫҪЛАНОВА, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе: 

”Минең кеүек эшлә, минән яҡшыраҡ эшлә!”
”Минең кеүек эшлә, минән яҡшыраҡ эшлә!”

Әсәйем мәрхүмә ҡорораҡ булды, эшкә өйрәткәндә лә артыҡ һүҙ һөйләп тормаҫ ине. Салғы тоттора ла үҙе алдан төшөп китә, “теләһәң нисек өйрән, тик минең кеүек сап” тигән ишара ине ул. Йә бәрәңгене алға ҡуя ла бысағын тотоп әрсей башлай, һин дә бысаҡ алып ярҙам итмәй хәлең юҡ. Уның принцибы: ”Минең кеүек эшлә, минән яҡшыраҡ эшлә!” ине. Мәктәпкә төшмәҫ элек әсәйемә эйәреп иҙән йыуырға йөрөнөм. Ул миңә таҙа урын тип уҡытыусылар бүлмәһен йыуырға ҡуша ине. Бер заман унда бәләкәй генә ялтырауыҡ үлсәү герҙәрен күреп иҫем китте. Физиканан тәжрибәләр өсөн ҡулланылған төрлө ауырлыҡтағы герҙәр ине улар. Икәүһен кеҫәмә һалып алып ҡайттым, йәшереп кенә уйнаным.

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: