Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
9 Июнь 2023, 09:15

Тормошом менән ҡәнәғәтмен

Әлфиә Вахитова, Илкәнәй ауыл мәктәбе директоры: 

Тормошом менән ҡәнәғәтмен
Тормошом менән ҡәнәғәтмен

- Ауылда үҫкән һәр бала эшләп үҫә. Эштең тәртибен аңлап тәрбиәләнә. Беҙ үҫкән саҡта атай-әсәйҙәр иртәнән-кискә тиклем совхозда эшләнеләр. Йорттағы барлыҡ эштәр, баҡса үҫтереү беҙҙең өҫтә булды. Бигерәк тә көстөң иң ауыры миңә төшкәндер. Ағайым башланғыс класты бөткәс, Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбенә уҡырға китте, ә һылыуым Рәйлә бәләкәйерәк булды. Шуға атай-әсәйем янында мин күберәк булғанымдыр, әле лә уларҙы ҡарап, тәрбиәләп торам. Тормошҡа булған яуаплылығым бала саҡтан ҡалғандыр. Атай-әсәй ҡушып киткән эштәрҙе ваҡытында эшләү, улар ҡайтыуына ашарға бешереп ҡуйыу тигән яуаплылыҡ кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Баҡса тулы емеш-еләк, йәшелсә, йорт тулы ҡош-ҡорт булды, уларҙы барыһын да ваҡытында тәрбиәләр кәрәк ине.

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас