

Әсәйемдең өлгөһөнән ситкә тайпылмай, 9-сы класты тамамлағас та Күмертау педагогия колледжына, тәрбиәсе һөнәренә уҡырға индем. Әсәйем дә минең уның эҙе буйлап китеүемә бик шатланды, кәрәк саҡта миңә кәңәштәрен биреп, гел ярҙам итеп, хаталарымды төҙәтеп торҙо. Шулай итеп, әсәйемдең өлгөһөн алып, ошо һөнәрҙе үҙләштереп, ҡулыма диплом алғас, мин уның эҙҙәренән балалар баҡсаһына эшкә төштөм. Бына 7 йылдан артыҡ баш ҡалабыҙҙа уңышлы эшләп йөрөйбөҙ.
Гөлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, Өфө ҡалаһы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.