Һеҙҙең барығыҙҙы ла Халыҡ-ара Ололар көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ бер ҡасан да һүрелмәҫ. Һеҙ – донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, алдағы тормошоғоҙҙа ауырымай, аҡ бәхеттәр менән оҙон, тыныс, мул, татыу тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!
Ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын,
Бай, мул көндәр уны биҙәһен.
Һәр яңы көн шатлыҡ менән үтһен,
Ауырлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Оло ихитрам менән “Айгөл” балалар баҡсаһы коллективы.