Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
5 Октябрь 2023, 16:41

Ауылым мөғәллимәләре

Уҡытыусылар көнө еткән һайын, йыл да үҙемдең үткән бала сағым, мәктәп юлындағы тормошом күҙ алдына килә. Хәҙерге заман менән сағыштырһаң, күңелгә моңһоу булып китә. 

Ауылым мөғәллимәләре
Ауылым мөғәллимәләре

Кейем юҡ, нәмә булһа шуны кейәһең, сепрәктән тегелгән тоҡсай, аяҡта галош. Шулай булһа ла, беҙ бит, уҡырға тырыштыҡ. Яманһары мәктәбен тамамлаған бик күп уҡыусылар, хәҙерге көндә, үҙҙәре уҡытыусы һөнәрен һайлағандар байтаҡ. Мин шулар тураһында яҙаһым килде. Беҙ 1956 йыл 19 кеше 7 класты тамамланыҡ, хәҙер инде ошо уҡыусыларҙан 4 кеше генә иҫәнбеҙ. Ҡалғандары баҡыйлыҡҡа киттеләр. Иҫәндәребеҙ: Түләгәнова Зилә, Байназарова (Батыршина) Гөлшат, Сөләйманов Ирек, Байбулатов Рафаэль (Яманғолдан). Минең яҙырға теләгән теләгем шундай. Бәләкәй генә Яманһары ауылынан күп кенә уҡытыусы һөнәрен һайланылар:.. 

Уҡытыусыма
"Һағындыра" тигән һүҙҙе
Йыш ҡына ҡабатлайым,
Күнелем йомшаҡ булдымы?
Шуны мин иҫбатлайым.
"Һағынам" һүҙе сыға
Бала сағым йәшлеккә.
Яратҡан ғәзиз әсәйемә,
Белем биргән мәктәпкә.
Мәктәп ишеген асыуға
Ҡаршыланы уҡытыусы апай,
Яғымлы итеп ул йылмайҙы
Оҡшаныҡ беҙ уға буғай.
"А" хәрефенән башлап
"Я"ға ла барып еттек,
"Ленин бабай" әйткәнсә
Уҡыуҙы дауам иттек.
Төрлө телдә уҡыһаҡ та
Маҡсатыбыҙ бер булды,
Башҡортса, русса, немецсә
Һағынып һөйләргә ҡалды.
"Уҡытыусы" тигән һөнәр
Беләм ауыр икәнен,
Ауырлыҡты улар еңеп
Беҙҙе белемле иткәнен.
Зиһененә бирә белем,
Йәнең, тәнеңә сихәт.
Тормошона - юл күрһәтеүсе
Булһын беҙҙән ҙур рәхмәт.
Бөтә булған тәрбиәне
Уҡытыусы бирә күңеленә,
Белем менән тәртип тә
Енел була йәшәргә.
"Уҡытыусылар" көнө менән
Мөбәрәк булһын байрам!
Иҫән-һаулыҡ, уныштар
Һеҙгә мин теләп ҡалам!
Уҡытыусы һөнәренә
Ниндәй баһа бирергә?
"Һағынам, яратам" һүҙе
Ҡалһын ине ғүмергә.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы

Фотоларҙа: төрлө йылдарҙа төшөрөлгән Яманһары уҡыусылары һәм уҡытыусылары. 

Хат тулы килеш иртәгә гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас