Байрам уңайынан
5 Октябрь 2023, 05:20

Икенсе әсәйҙәребеҙ

Уҡытыусы - ул беҙҙең икенсе әсәй. 

Икенсе әсәйҙәребеҙИкенсе әсәйҙәребеҙ
Икенсе әсәйҙәребеҙ

Башланғыс кластан алып ун бергә тиклем уҡытыусылар беҙгә белем һәм тәрбиә бирәләр. Беҙҙе оло тормошҡа әҙерләйҙәр.
Беҙ Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә 10 класта белем алабыҙ. Беҙҙең мәктәптә тик тырыш һәм уңған уҡытыусылар эшләй. Уларҙың ярҙамы менән беҙ олимпиадаларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ һәм еңеүҙәр яулайбыҙ!
Уҡытыусыларыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, уларға иҫәнлек - һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Ҡотлау менән Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары.

Автор:
Читайте нас