

Ниндәй телдә әйтелмәһен был һүҙҙәр, барыһы ла яғымлы, иркә яңғырай, телде аңламағаны ла шунда уҡ кем тураһында һүҙ барғанын, моғайын, аңлайҙыр.
...Былтырғы көҙ бигерәк ауыр килде (был ауырлыҡ һаман елкәнән төшкәне юҡ, ысынында). Һалдаттарҙы оҙаттыҡ. Атайҙарҙы. Беҙ ҙә һәр оҙатыуға, Күмертауҙың Тау колледжы янына, йөрөнөк. Тартыныу юҡ, илап ҡайттыҡ. Әсәләр, ҡатындар илағаны бер хәл, балалар илауына түҙер әмәл булманы, күҙҙәрҙе йәшереп, ҡушылып иланыҡ.
- Папа, папа, не уходиииии... - ике малай, береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙар, шулай тип яр һалғайны. Тауыштары әле булһа ҡолаҡта сыңлай.
- Минем кыз елый инде әллә? - автобусҡа ултырған еренән бер егет кире төштө, бер ҡыҙ бала илай ине. Йөрәге ярыла яҙған әтей, түҙмәй, илаған баланы үҙенеке тип уйлап, уның янына кире йүгергәйне...
- Соланға тәмәке тартырға сыҡһам да, балам, арттан ҡалмай, миңә эйәреп сыға, ҡулды ебәрмәй, тағын оҙаҡҡа юғалтып ҡуйырмын тип ҡурҡа, - быныһы ялға ҡайтып, кире киткән атай һалдат һүҙҙәре...