

Ялсыҡай ауылынан Илнур Хөсәйенов 5 егеттең лайыҡлы атаһы. Улдары Илмир, Линар, Ислам, Инсаф һәм Илйәр атайҙарынан күреп хеҙмәт һөйөүсән, тырыш, егәрле булып үҫәләр.
Улар күпләп мал-тыуар аҫырай, егеттәр атаһына һәр яҡлап ярҙам итә. Эштән бушаған ваҡытта спорт менән дә шөғөлләнергә ваҡыт табалар, атайҙары менән бергә кистәрен көс һынашҡан егеттәргә әрме сафтарында ла еңелгән тура килә.
Өлкән улдары Илмир менән Линар ғаилә ҡороп үҙҙәре лә улдар үҫтерә, ә уртансы улы Ислам бөгөнгө көндә ил алдындағы бурысын үтәй.
Инде улдарын үҫтереп олатай бәхетен татыған Илнур абзый, тормош иптәше Зилә апай менән бөгөнгө көндә лә тырышып донъя көтә, балаларына һәр яҡлап ярҙам итеп, терәк-таяныс булып йәшәй.