Бындағы ваҡытты иртә тип ултырабыҙ, унда бит беҙҙәгенән тағы ла иртәрәк. Редакция менән бәйләнешкә сыҡтылар. Йоҡламауҙың сәбәбе, моғайын, устав, графикта ғына ла түгелдер, бөгөн байрам - Атайҙар көнө. Бында ҡалған балаларын уйлап та күҙҙәрен йоҡо алмауы мөмкин.
Көлдөрөп тә алдылар. Йәп-йәш егет бар, сибек кенә үҙе, арҡаһына автомат аҫһа, артҡа йығылып бара. Шул егетте лә хәстәрләп, ҡурсалап йөрөйбөҙ, кисә сәсен алдым... Атай ҡайҙа ла атай булып ҡала.
- Балалар беҙҙе көтә, уларҙың өмөтөн аҡларға тырышыбыҙ - беҙ ҡайтарбыҙ.