

Йәшәй-йәшәй атай менән әсәйҙең ҡәҙерен нығыраҡ беләһең, уларға нығыраҡ ынтылаһың, нығыраҡ һағынаһың, яратыуҙарын нығыраҡ тояһың икән. Хәҙерге заманда балаларыбыҙҙы тыңлата алмайбыҙ, беҙҙе ишетергә лә теләмәйҙәр, тигән ата-әсәләр күп. Тимәк балалары бәләкәй ваҡытта тейешле тәрбиә алмағандар, уларға иғтибар етмәгән ата-әсәһе тарафынан.
Атайым эштән беҙҙе һағынып ҡайта ине, бөгөнгө көндә ул хаҡлы ялда. Эштән ҡайтып, арыным тип ултырманы, гөр килеп беҙҙең менән уйнаны, үҙе менән йөрөтөп эшкә өйрәтте. Иҫемдә, беҙҙең ике ҙур баҡса бар ине, яҙ көнө атайым менән ярышып баҡса ултырттыҡ, береһенә ул сәсте, береһенә - мин. Унан ярышып һыу һиптек, кемдеке нығыраҡ уңа, йәнәһе. Был бит үҙенә күрә бер тәрбиә. Үҙе менән йөрөтөп эшкә өйрәтеү, бәләкәй генә кешене үҙенә тиң күреү. Бер ваҡытта ла кәмһетеп, әрләп, ҡул күтәрмәне. Күҙ ҡарашынан ҡурҡа инек, унан ояла инек. Һәр ваҡыт эшкә өндәне, эшләгән кеше хур булмаҫ, тине. Намыҫ менән йәшәргә ҡушты. Үҙебеҙҙең ғаилә, балалар булһа ла, әле булһа атай һүҙен тыңлайбыҙ. Теләктәре, кәңәштәре менән барлыҡ булған икеләнеүҙәрҙе, проблемаларҙы алып ташлай.
Атайҙар көнөндә генә түгел, көн дә атайыма, әсәйемә иҫәнлек, оҙон ғүмер теләйем! Беҙ улар менән бәхетле!
Ләйсән Аҙнабаева, Өфө ҡалаһы.