

Улдары Айназ, Айсар, Айбулат, Рамазан өсөн өлгөлө, көслө атай булһа, ҡыҙҙары Ралина һәм Рамина өсөн яҡлаусы һәм һаҡлаусы ул.
Кумертау Холдта водитель булып эшләгән Айҙар Баширов улдары уҡыуҙан бушаған арала уларҙы үҙе менән оҙон юлға ла алып сыға, шулай итеп улдарына өлгө күрһәтеп, уларҙы бәләкәйҙән хөрмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләй.
Оҙон, оҙаҡ юлдарҙан бигерәк тә кескәйҙәре, игеҙәк Рамина һәм Рамаҙанды өҙөлөп һағынып ҡайта ул.
6 балаһын тәрбиәләп, үҙен оҙаҡ юлдарҙан һағынып көтөп торған тормош иптәше Рәмилә өсөн тоғро тормош иптәше лә ул.
Районыбыҙҙа ла, ҡалабыҙҙа ла күптәр өсөн өлгө булып торған ғаиләнең үҙҙәренә генә хас булған йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре лә бар.
Татыу, берҙәм, күркәм ғаиләнәнең йортонан һис ҡасан ҡунаҡ өҙөлмәй.