Байрам уңайынан
18 Октябрь 2023, 12:23

Һаҡлап йәшәйек!

Айгөл Иҫәнбирҙина, Күмертау ҡалаһы.

Һаҡлап йәшәйек!Һаҡлап йәшәйек!
Һаҡлап йәшәйек!

Ҡайһылай матур байрам бөгөн. Минең уйлауымса, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә бәхетлелер. Һәр кеше төрлө булған кеүек, уның бәхете лә төрлөлөр. Кемдер эше менән бәхетле, кемдер ғаиләһе менән, ә кемдәрҙер яңғыҙлыҡта ла бәхет табып йәшәй.
Шул уҡ ваҡытта, һәр кемдең үҙ бәхете үҙ ҡулында икәнен дә оноторға ярамай, мин бәхетһеҙ, тип ҡул һелтәп ҡуйып, гел кәйефһеҙ йөрөһәң, әлбиттә бәхетле булып та, яҡындарыңа бәхет өләшеп тә булмайҙыр.
Мин бәхетле! Балаларыма, тормош иптәшемә, туғандарыма, дуҫтарыма кәрәкле булыуымды тойоп йәшәүем менән бәхетле мин. Аллаға шөкөр, тип, булғанына риза булып, һөйөнөп, булған бәхетебеҙҙе һаҡлап йәшәйек.

Автор:
Читайте нас