

Ошо күркәм байрам көндө, мин үҙемде бәхетле ҡатын-ҡыҙмын, тип ышаныслы әйтә алам.
Минең бәхет нимәгә бәрәбәр? Минең бәхетем - ул минең яратҡан ғаиләм. Янымда әсәй, тип өҙөлөп торған балаларым һәм көн һайын мине бәхетле итергә тырышып йәшәгән, яратҡан тормош иптәшем булыуы менән сикһеҙ бәхетлемен. Уларһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына, барыһында ла була торған күренеш, минең өсөн иң ҙур бәхет! Бәхетле булыу өсөн миңә артыҡ бер ни кәрәк түгел. Ғәзиздәрем иҫән-һау булһын һәм ошо бәхетемдән Хоҙайым айырмаһын, теләгем шул.