

- Бәхет ул сәләмәтлектә, именлектә ғаиләң, яҡындарың менән дуҫ булып йәшәүҙә. Ә инде ҡатын-ҡыҙ бәхетенә тағы ла әсә булыу, һине хөрмәт иткән тормош иптәшеңә ҡатын булыу инә. Хоҙайыма рәхмәтлемен мине шундай бәхетле ҡатын һәм әсәй иткәне өсөн.
Ғөмүмән әйткәндә, тирә-яҡтағы матурлыҡты күрә белеп, һоҡланып, балаларыңды яратып, тормош иптәшең менән һөйөп-һөйөлөп, яҡындарыңдың хөрмәтен тойоп, уларҙы ҡәҙерләп, тыныс тормошта йәшәүҙән дә нығыраҡ бәхет юҡтыр. Был донъяларҙа бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп кенә йәшәйек, тип теләр инем.