

Минең, ҡатын-ҡыҙ, әсә, тормош иптәше, кемдеңдер ғәзиз ҡыҙы булараҡ, минең бәхетем иң тәүҙә - яҡындарыңдың һау-сәләмәт булыуынан торалыр, тип уйлайым. Балаларың, тормош иптәшең, үҙең һау-сәләмәт булһаң, һинең өсөн өҙөлөп торған атай-әсәйең иҫән-һау булһа, ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.
Икенсенән, ҡатын-ҡыҙ үҙен кәрәкле итеп тойһа, ҡайҙа ғына булһа ла үҙ урынын таба алһа, үҙен ышаныслы тотһа - ошо ла ҙур бәхет. Миҫал өсөн, эшләгән ереңдә ҡәҙереңде белһәләр, йортоңда яратып ҡаршы алһалар, хөрмәт итһәләр.
Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә генә бәхетле булырға тейеш түгел, эшкә, һөнәргә бәйләп әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ бер урында тормай, үҙенең һәләттәрен, талантын сағылдырып, уны оҫта ҡулланып йәшәргә тейеш. Үҙ-үҙен үҫештергән, бер урында тапанмаған ҡатын-ҡыҙ бәхетлелер.
Эшендә лә уңған, өйөндә лә иғтибар, яратыуға күмелеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙан ыңғай энергия сағыла, ул ҡанатланып, дәртләнеп йәшәй, бындай ҡатын-ҡыҙҙы яҡындары ла ярата, хөрмәтләй, ҡәҙерләй.
Шулай уҡ, ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-үҙеңде яратыуҙы ла онотмаҫҡа тейеш, юҡҡа-барға көйәләнеп, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, мин бәхетһеҙ, тип йәшәгән кеше башҡаларға нимә бирә ала?
Ҡатын-ҡыҙ - ғаиләнең йөрәге, әгәр ҙә ул бәхетле икән, тимәк балалар ҙа бәхетле, уның тормош иптәшенең эштәре лә ыңғай һәм алға бара. Мин үҙемде тулыһынса бәхетле ҡатын-ҡыҙ, тип ныҡлы әйтә алам, ошо бәхетемә күҙҙәр генә теймәһен.