

Минең ҙур улым, Радик Рәйес улы Ҡунаҡҡолов, бына инде оҙаҡ йылдар хеҙмәтенә тоғро ҡалып, эске эштәр министрлығында намыҫлы эш алып бара.
Улым бала сағынан полиция хеҙмәткәре булып эшләргә хыялланды...
Әрме сафтарында хеҙмәт иткәндә Рәхмәт хаты килгәйне, Чечняла командировкала сағында ла миңә Рәхмәт хаты ебәрҙеләр. Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығының "Яҡшы хеҙмәте өсөн" күкрәк билдәһе менән, Республикабыҙҙың Эске эштәр министрлығынан Почет грамотаһы менән бүләкләнде, быйыл август айында республикабыҙ башлығының Рәхмәт хатын алып ҡыуанды...
Мәҙинә ҠУНАҠҠОЛОВА, Ялсыҡай ауылы
Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.