Байрам уңайынан
25 Ноябрь 2023, 06:17

Әсә булыу— иң яуаплы бурыс!

Кисә Яҡут башланғыс мәктәбендә Әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур сара үтте.

Әсә булыу— иң яуаплы бурыс!Әсә булыу— иң яуаплы бурыс!
Әсә булыу— иң яуаплы бурыс!
Был концертты әсәйҙәр, уҡытыусылар, "Күңел нуры" ағзалары, ихлас күңелдән ҡарап, ҡыуанып ултырҙылар.
Кисәбеҙҙең иң ҙур ҡунағы итеп, күп бала тәрбиәләп үҫтергән һалдат әсәһе, "Әсәлек Даны" миҙалына лайыҡ булған Зөһрә Анатолий ҡыҙы Ишдәүләтова саҡырылғайны.
Шулай уҡ "Әсәлек Даны" миҙалына лайыҡ булған Айгөл Ғәббәсова ҡатнашты. Ошо байрам көнөндә ҙур иғтибарға лайыҡ булған барлыҡ әсәйҙәребеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Ер йөҙөндәге барлыҡ балаларҙа ҡайһылыр әсәйҙең балалары, ул кешеме, ҡыҙ кешеме, шундай ғәзиз, шундай ҡәҙерле.
Эйе, бына ошо ауыр замандарҙа бигерәк ауырлыҡ кисерә беҙҙең әсәйҙәребеҙ: Ҡәҙерләйек беҙ әсәйҙәрҙе, ололайыҡ!
Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын, тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен! Ҡатын- ҡыҙ һәр ваҡытта ла ҡатын ҡыҙ булып ҡалһын!
Беҙҙең ата- бабаларыбыҙ ғүмер баҡый, башҡа һуғыш булмаһын- тип теләне, тик беҙҙең илебеҙ тағыла һуғыш михнәттәрен кисерә. Барлыҡ әсәйҙәребеҙҙә бик яҡшы аңлай был хәлдәрҙе!
Кемдәрҙеңдер аталары, улдары, хатта гүзәл заттарыбыҙҙа, тыуған илде һаҡларға теләк белдерҙе.
Бөгөнгө көндө Зөһрә апай Ишдәүләтованың улдары тыуған илде һаҡлай. Беҙ ғорурланабыҙ һеҙҙе улдарығыҙ менән! Беҙҙең өсөн, бөтә ауылдаштар өсөн, һеҙҙең ошо улдарығыҙ ысын геройҙар. Зөһрә апай һеҙҙең улдарығыҙға булған оло ихлас күңелдән яратыуығыҙ, һуғыш яланынан иҫән- һау ҡайтырға ярҙам итһен ине ошо балаларға, Бөйөк Еңеүҙе яулап ҡайтһындар! Иншаллаһ!
Тормош тулҡындары, аямайса
Көслөнө лә ҡайсаҡ илата
Һыҙылыптар таңдар атҡан саҡта
Өмөт менән уйлар уйлата
Ошондай мәғәнәле шиғырҙар менән концерты быҙҙы дауам иттеләр.
Балаларға китапханасы апайыбыҙ әҙерләгән викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, бик күңелле булып ҡалды!
Ошондай матур сараларға саҡырып торғаны өсөн китапханасы Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙына рәхмәтлебеҙ!
Рәхмәт уҡытыусыбыҙ Гөлшат Сәғҙәтулла ҡыҙына концертты бик йөкмәткеле, матур итеп әҙерләнгәне өсөн!
Бик матур итеп сәй әҙерләгән әсәйҙәргә, "Күңел нурҙары" ағзаларына, Инира апаларына ҙур Рәхмәт!
 
Раушания Буранова.
Автор:
Читайте нас