Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
25 Ноябрь 2023, 12:42

Әсәhеҙ ғаилә - hүнгән усаҡ

Ноябрь айының иң һуңғы йәкшәмбеһендә йыл һайын әсәйҙәр көнөн байрам итеү матур бер йолаға әйләнде. 

Әсәhеҙ ғаилә - hүнгән усаҡ
Әсәhеҙ ғаилә - hүнгән усаҡ

Әсәйҙәргә ихтирам, хөрмәт йөҙөнән ойошторолған был тантана ғәзиздәребеҙҙең йәмғиәттә,тормошобоҙҙа тотҡан урынына оло баһа. Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек. Әсәhеҙ ғаилә - hүнгән усаҡ .
Тыуған ауылым Аллабирҙелә лә йөҙөк ҡашы булырҙай әсәйҙәр бихисап.Оҙаҡ йылдар ауылым мәктәбендә уҡытыусы, 24 йыл мәктәп директоры булып эшләү дәүерендә ниндәй генә әсәйҙәрҙе күрмәнем. Ағасына күрə алмаһы, əсəһенə күрə балаһы тигән халыҡ аҡылының шул тиклем хаҡ, дөрөҫ икәненә нисәмә тапҡырҙар инандым. Аҡыллы,әҙәпле, тәртипле, күркәм холҡло әсәйҙәр ауылымдың йәме, йөҙө. Беҙҙең Аллабирҙе ҡыҙҙарының уңған, егәрле, ярҙамсыл хужабикәләр, оло йөрәкле, бала күңелле әсәйҙәр, әҙәпле, ипле гүзәл заттар икәнен күптәр белә. Шундай изге күңелле аҡыллы әсәйҙәрҙең уҡытыусыға рәхмәтле булыуҙары, мәктәпкә ихлас ярҙамы, уҡытыусылар менән бер һүҙле булып балаларын тәрбиәләүҙәре ауыл мәктәбенең бәҫен күтәрҙе, күтәрә һәм күтәрәсәк тә.
Туған башҡорт телен факультатив итеп кенә уҡытһындар тип янъял күтәреп, мәктәпкә ҡаршы ялыу өҫтөнән ялыу яҙып, өйҙән өйгә ҡултамға йыйып йөрөгән ҡайһы бер әсә һүҙен ҡолаҡтарына ла элмәй, туған телде уҡытыуҙың дауам ителеүенә тос өлөш индерҙе аңлы әсәйҙәр. Ғәзиз балаларының конкурс, ярыштарҙағы уңыштары, еңеүҙәренә ҡыуана-шатлана белеү, ғорурланыу, мәктәпкә ыңғай ҡараштары - дөрөҫ тәрбиә сығанағы.
Ноябрҙең аҙаҡҡы йәкшәмбе көнө бөтә Рәсәй әсәйҙәре менән бергә килендәребеҙ Альбина Сабирйән ҡыҙы менән Наилә Нәҙир ҡыҙы Ҡуҙбаевалар ҙа Әсә көнөн билдәләй. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә өлгөлө әсәй,һөнәрҙәренең оҫталары.Хеҙмәттәренә яуаплы ҡарашлы, ихтирамлы, тәртипле килендәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Уңған, егәрле, әҙәпле килендәребеҙгә һаулыҡ, иҫәнлек, сәләмәтлек, әсә бәхетенә һөйөнөп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Хөрмәтле әсәйҙәр! Һеҙҙе Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, ҡатын-ҡыҙ бәхете, үҫтергән балаларығыҙҙың изгелектәренә генә төрөнөп, уларҙан тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп йәшәргә яҙһын!
Кузбаева Сания уҡытыусы - ветеран, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы

Автор:
Читайте нас