Байрам уңайынан
25 Ноябрь 2023, 06:48

Әсәйҙәр "Алтын тирмә"лә

Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам кисәбеҙ Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды. 

Әсәйҙәр "Алтын тирмә"ләӘсәйҙәр "Алтын тирмә"лә
Әсәйҙәр "Алтын тирмә"лә

Махсус саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ оло хөрмәткә лайыҡ, мәғариф һәм хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар һәм тәрбиәсе апалар булды. Байрам ды “Толпар” балалар баҡсаһы, Яҡут башланғыс мәктәп уҡыусыларының сағыу сығыштары биҙәне. Байрамдың икенсе өлөшө Уҡытыусы апалар менән Әсәйҙәр "Алтын тирмә" уйынында көс һынашты.
Уҡытыусы һәм тәрбиәсе һәр кем өсөн, һәр заманда ла иң хөрмәтле, иң абруйлы, иң ихтирамлы кеше булып ҡала. Һәм был исемде йөрөтөр өсөн ниндәй көс, ҡеүәт, тырышлыҡ, сабырлыҡ, ынтылыш, ныҡышмаллыҡ кәрәк икәнен уҡытыусы үҙе генә беләлер.
Бала ғүмерең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ сағы – бала саҡтың матур, сағы ул балалар баҡсаһында үтһә, тәрбиәсе апалар бишектән төшөп атлап килгән балаға бар ихтибарын бүлә, анан мәктәп йылдарының мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән үтеүе уҡытыусы апалар иңенә төшә. Ә инде Әсә наҙы, әсә хәстәре, һөйөүе ғүмер буйы баланы оҙата. Байрам менән, ҡәҙерле Әсәйҙәр! Апалар! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Күгебеҙ аяҙ, яҡты, илебеҙ тыныс, эшебеҙ уң, бәрәкәтле булһын!

Якутовский сельский дом культуры

Автор:
Читайте нас