Йә быныһы былай түгел, йә тегенеһе тегеләй түгел. Яңы йыл алдынан яңғыраған зар бер төрлө: урамды биҙәмәйһегеҙ, тау өймәйһегеҙ, уттар емелдәтмәйһегеҙ. Байрамды байрамса итмәйһегеҙ, ҡыҫҡаһы.
Көйөргәҙе районы Молокан ауылында йәшәүселәр һауалағы торнаға өмөт итеп ултыра торған халыҡ түгел, үҙ күңелен үҙҙәре күрә. Әле бына ҡапҡа алдына бик матур итеп Аждаһа яһап ултыртҡандар, хужаларҙың үҙҙәренә лә йәмле, күңелле, үткән-һүткән кешенең дә, ошо фигураға ҡарап, күңеленә нур тула.