Байрам уңайынан
26 Декабрь 2023, 05:42

Яңы йыл мажаралары

М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның 2-се корпусында бына инде аҙнаға яҡын Яңы йыл иртәлектәре гөрләй.

Яңы йыл мажараларыЯңы йыл мажаралары
Яңы йыл мажаралары

Мәсекәй әбей, Ҡыҙыл ҡалпаҡ, Ҡар бабай, Ҡар һылыу, Ҡыш бабай, бүре, ҡуяндар ҡатнашҡан тамашанан кескәйҙәр генә түгел, байрамды ҡарарға килгән ата-әсәләр ҙә таң ҡалды. Балалар менән бергә рәхәтләнеп Яңы йыл мажараларын ҡарап, һындары ҡатҡансы көлөшөп, һорауҙарға яуаптар биреп, балаларының һәр бейеү, йыр, шиғырына һоҡланып, байрам кәйефенә сумды улар.
Ошо тиклем шәп, күңелле, байрам өсөн рәхмәттәр әйтеп, күңелдәре булып таралышты улар.

Автор:
Читайте нас