

2023 йыл тамамланыуға бара. Иң сағыу, иң матур тагтагалы һәм күңелле Яңы йыл байрамы етеүгә һанаулы минуттар ғына ҡалды. Бар халыҡтың иң яратҡан Яңы йыл байрамы, быйыл айырыуса көтөп алынған байрамға әүрелде. Үтеп барған йыл барыбыҙ өсөн дә еңелдән булманы, тормошобоҙҙоң мөһимлеген асыҡланы.
2023 йыл ябай булмауына ҡарамаҫтан, беҙ уны лайыҡлы һөҙөмтәләр менән йомғаҡлайбыҙ. Үтеп барған йыл мөһим, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән тулы булды. Беҙ барыбыҙ ҙа алдыбыҙға ҡуйған маҡсатҡа табан бергә барҙыҡ, бергәләшеп үҙебеҙҙең тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәте өсөн эшләнек.
Тыуған ҡалабыҙ именлеге өсөн хеҙмәт иткәндәрҙең, үҙенең көндәлек хеҙмәте менән дөйөм эштең уңышына өлөш индереүселәргә һәм әлбиттә, илебеҙ һағында булған егеттәребеҙгә, уларға төрлө ярҙам күрһәткән халҡыбыҙҙың барыһына ла рәхмәт әйткем килә.
Яңы 2024 йыл донъялар тыныс булһын, имен һәм перспективалы булһын, һеҙҙең янда һәр саҡ туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ булһын, йорттарығыҙҙа тыныслыҡ һәм аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрһөн, барлыҡ теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын.
Яңы йыл менән, яңы бәхеттәр менән, ҡәҙерле күмертауҙар!
Хөрмәт менән О.А. АСТАХОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы.