Байрам уңайынан
31 Декабрь 2023, 07:35

Хайуандар донъяһында

...Нимә тип әйтергә лә белмәйбеҙ, ысынында, Ҡуян.

Хайуандар донъяһындаХайуандар донъяһында
Хайуандар донъяһында

Һиңә оҡшап йәшәнек, буғай. Ҡурҡтыҡ, өрктөк. Ҡолаҡтарыбыҙ йыш үрә баҫты - күберәге алама хәбәр көттөк. Һәр шылт иткәнгә тертләнек. Әйтерһең, беҙҙе гел ниндәйҙер ҡурҡыныс януар аңдып тора, Уның ауыҙына эләгеүҙән ҡурҡтыҡ. Күптәр төҫөн дә алмаштырҙы, әле генә аҡ һымаҡ ине, икенсе ҡараһаң, һоро булып киткән - тере ҡалам тип, кеше нимә генә эшләмәҫ, тунын да сисеп ырғытырға әҙер. Был аҙым уны ҡотҡара алырмы, билдәһеҙ, төҫ алмашыу менәнме ни, оҙон ҡолаҡтар "бына мин" тип әллә ҡайҙан күренеп, ҡысҡырып тора. Ҡуяндар араһында ла Киплингтың “Маугли”ндағы шаҡалға ҡарағанда ла хәйләкәрерәк, ялағайыраҡтар була икән, хәйер, бында һинең ҡыҫылышың юҡ, ҡуштандар һәр йылда ла ҡоторона.
Киплинг тигәндән. Беҙ үҙебеҙҙең тыуған джунглийыбыҙҙа йәшәйбеҙ тип уйлаһаҡ, был бик дөрөҫ түгел икән. Урманда беҙ күптән хужа түгел, хатта үҙең боҫоп ултырған ҡыуаҡты ла минеке тип булмай. Хужа булыр өсөн нимә етмәй? Берҙәмлекме (бүреләр кеүек ойошоп йәшәһәк, бәлки?), юҡһа, миңә теймәһәләр – булды тип көн күрәбеҙ. Ҡурҡаҡлыҡ ҡамасаулаймы? Хәйер, ҡуяндың дулауынан нимә үҙгәрер. Һәр кемебеҙ нисек тә тере ҡалырға тырыша, ҡарурманда һине һағалап торған ҡурҡыныс күп. Яңғылыш хәрәкәт яһап, йыртҡыс ауыҙына эләкке килмәй. Шуға, Ҡуян яҙмышына күнеп, артабан китеп барыш.
Беҙҙең «Юшатыр» ҙа ошо тәҡдиргә буйһоноп йәшәй, нимәһен әйтәһең. Йыл буйы, ниндәй яңылыҡ, мөһим тип һанаған хәбәр-ваҡиға бар, барыһына өлгөрөргә тырышып, ҡуяндай саптыҡ. Етеҙлегебеҙ һынатманы тип һанайбыҙ, барыһына етештек. Әллә ни ҡыйыу уҡ булмаған йөрәгебеҙгә саялыҡты һеҙ өҫтәнегеҙ, уҡыусылар, шуны яҙығыҙ, быға яуап табығыҙ тип дәрләндерҙегеҙ. Бик йыш, маҡтап, бәләкәс кенә йөрәгебеҙгә ҡеүәт бирҙегеҙ. Хаттар, һеҙҙән килгән яңылыҡтар – улар булмаһа, нимә эшләр инек – аптыраҡ. Был донъяла кемгәлер кәрәклегеңде белеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр, беҙгә киләләр, яҙалар, хатта ҡай саҡ әрләп тә алалар икән, тимәк, был урманды беҙ яңғыҙыбыҙ ғына гиҙмәйбеҙ.
Алда - Аждаһа. Исеме ҡурҡыныс күренһә лә, ҙур өмөттәр бағлап ҡаршы алабыҙ һине. Яндырһаң да, мөхәббәт утында яндыр, ғазап ялҡыны бөркмә, тереләй йотма. Беҙгә ҡарата миһырбанлы бул.

Автор:
Читайте нас