

Ихлас күңелдән һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары менән ҡотлайым!
Яңы йылды ҡаршылағанда беҙ, ҡағиҙә булараҡ, үткән йылға йомғаҡ яһайбыҙ һәм киләсәккә пландар төҙөйбөҙ.
Уҙған 2023 йыл еңелдән булманы, әммә беҙ уны лайыҡлы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Ул мөһим ваҡиғалар менән бай булды. Беҙ бергәләп билдәләгән маҡсаттарға ынтылдыҡ, бергәләп тыуған илебеҙ мәнфәғәте өсөн эшләнек.
Районыбыҙ иҡтисады йылдан-йыл уртаса үҫеш динамикаһына эйә. Сәнәғәт предприятиелары күләменең үҫеше 117,9 процент тәшкил итте. 2023 йылда инвестициялар үҫеше, 2022 йыл менән сағыштырғанда, 2,8 тапҡырға артҡан.
Дөйөм майҙаны 7927 квадрат метрлыҡ 27 шәхси торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды. Бөгөнгө көндә юлдар төҙөү һәм ремонтлау мәсьәләләре ышаныслы хәл ителә. Бөтә ауыл биләмәләре юлдарының асфальтләнгән өлөшөндәге соҡорҙар ремонтланды, 28 урамға ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы түшәлде. Керәүле-Илюшкин – Яңы Михайловка автомобиль юлында ремонт эштәре тамамланды. Киләһе йылда Маяҡ - Түбәнге Бабалар автомобиль юлының проблемалы участкаларына асфальт түшәү дауам итәсәк.
Агросәнәғәт комплексында ла аныҡ эштәр башҡарылды. Тәбиғәттең ҡатмарлыҡтарына ҡарамаҫтан, аграрийҙарыбыҙ яҡшы уңыш йыйҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2022 йылда юғары ауыл хужалығы күрһәткестәре фонында 2023 йылда тулайым продукция етештереү күләме кәмеп, 85,4 процент тәшкил итте.
Көйөргәҙе районында малсылыҡ буйынса маҡсатҡа ярашлы эштәр алып барыла. Шуларҙың береһе – киләсәктә тоҡомло быҙауҙарҙы үҙебеҙҙә үҫтереү өсөн сифатлы һыйырҙар һатып алыу. Был йәһәттән районыбыҙ Башҡортостанда беренсе урында бара. Һауын һыйырҙарының иҫәбен арттырыу буйынса ла беҙ республикала икенсе урында киләбеҙ.
Бөтә донъяны борсоған иң мөһим нәмә – Украиналағы махсус хәрби операция. Бөгөнгө көндә районыбыҙҙың 220-нән ашыу ир-егеттәре хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй. Улар барыһы ла беҙҙең Геройҙар. Беҙ уларға батырлыҡтары һәм хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәтлебеҙ һәм тиҙ арала тыуған яҡтарыбыҙға Еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!
Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаусыларға тылда ярҙам итеү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Халыҡ, эшҡыуарҙар, предприятие етәкселәре, фермерҙар, яҡташтар ҙур әүҙемлек күрһәтеп, 19 гуманитар конвой йыйҙы һәм улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға уңышлы тапшырылды. Бының өсөн Көйөргәҙе халҡына, диңгеҙ, сик буйы хәрби туғанлыҡ ойошмаларына, Ғаилә хеҙмәтенә, йәмәғәтселәребеҙгә, шулай уҡ вайымһыҙ булмағандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.
Беҙҙе Тыуған илебеҙгә файҙа килтереү һәм уның яҙмышы өсөн яуаплы булыу берләштерҙе. Беҙҙең бөтә ҡаҙаныштарыбыҙ Көйөргәҙе хеҙмәтсәндәренең көндәлек эш һөҙөмтәһе. Бының өсөн бөтә көйөргәҙеләргә, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, коллегаларыбыҙға ихлас рәхмәтемде белдерәм.
Киләһе 2024 йылда ла беҙ бергәләп байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешбеҙ. Беҙҙе Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көтә. Был һәр Рәсәй гражданының тормошондағы бик яуаплы һәм мөһим сара, сөнки тап һайлауҙар аша кеше үҙенең һәм үҙ иленең киләсәген билдәләй. Беҙ лайыҡлы Президентты һайлауыбыҙға ышанам. Сентябрҙә БР Башлығын һәм район Советы депутаттарын һайлау ҙа үтәсәк.
Яңы йылда эшебеҙҙең төп йүнәлештәре булып социаль яҡлау, ғаилә именлеге, халыҡтың әхлаҡи һәм физик сәләмәтлеге, патриотизм һәм рухи мәҙәниәт тәрбиәләү, йәмғиәттә тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау тора.
2024 йыл уңыштарға йомарт булһын. Һәр кеше алдына ҡуйған хыялдарын һәм пландарын тормошҡа ашырһын. Яңы йыл туған районыбыҙҙың Һәм Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуына, изге эштәргә һәм яңы ҡаҙаныштарға илһам бирһен. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә! Һәр йортҡа тыныслыҡ һәм мөхәббәт!
А.З. СӘЙФУЛЛИН,
Көйөргәҙе районы Муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.