- Тәк, быны алдым, быныһы ла булды, - ирҙәрҙең хәтере насармы, ҡатындары ҙур итеп, нимә алырға кәрәклеген аңлатып, яҙып, список тоттороп сығара. Абышҡаһы барыбер үҙенә ышанып етмәй, видеоһын тоҡандырып, магазин буйлап йөрөй, хәләленә күрһәтә: точно ошо аҙыҡмы (эсемлекме)?
Дөйә һымаҡ күтәренеп, саҡ ҡайтып йығыла ир. Ә барыһы ла нимәгә? Яңы йылды ҡаршы алырға. Әҙәмсә итеп. Өҫтәл һығылып торһон, кешенекенән кәм булмаһын. Ире алып ҡайтҡан аҙыҡ-түлектең күбеһе артыҡ, ҡайһы бере хатта өҫтәлгә тиклем барып та етмәй. Уның ҡарауы, каникул бөткәнсе тиерлек өйҙә ашарға бешермәҫкә була, ҡатындың ялы, исмаһам, ялса үтәсәк - асыҡтыңмы, бар, балкондан керет тә, йылы та та аша.
...Байрамдар дауам итә, барығыҙҙы ла йәнә бер ҡат ҡотлайбыҙ, өҫтәлдәребеҙ йыл дауамында әлегеләй бай, тамағыбыҙ ҙа, күңелдәребеҙ ҙә туҡ булһын.