Байрам уңайынан
1 Ғинуар 2024, 08:29

Иң танһыҡ ҡотлау

Бөгөн төндә беҙҙе ҡотлаусылар күп булды.

Иң танһыҡ ҡотлауИң танһыҡ ҡотлау
Иң танһыҡ ҡотлау
Яндағы табындаштар, янда булмаған, ситтәге яҡындар яҙҙы, шылтыратты, видеоэлемтә аша, йөҙҙәрен күрһәтеп тә, ҡотланы. Телевизорҙан да ҡотланылар. Барыһын да ихлас ҡабул иттек, изге теләктәрҙе ишеткән һайын, Амин тип ултырҙыҡ. Әммә бына был ҡотлау ҡалған барыһынан да танһығыраҡ, ҡәҙерлерәк булды - яуҙа йөрөгән яҡташ егеттәр ҡотланы. Хистәр тулышыуҙан, күҙгә йәштәр эркелде, ғәзиз кешеләребеҙ, әллә нисә саҡырым алыҫлыҡта, ут эсендә түгел, әйтерһең, яныбыҙҙа ултыралар. Табындарына күҙ һалабыҙ, уныһы ярлы түгел, йоланы боҙмай, хатта оливье әҙерләгәндәр. Стеналағы телевизорҙан кино бара, совет фильмы, ниңә шул хәтлем ошо иҫке киноларҙы яратабыҙҙыр, бәлки, улар изгелекле булғанғалыр, кинола һәр саҡ яҡшы яманды еңә. 
Байрам менән һеҙҙе лә, егеттәр. Яңы йылыбыҙ яңы башланып тора, ул да һәйбәт тамамланһын - яуызлыҡ еңелһен ине. 
Автор:
Читайте нас