Ғүмерҙең тағы бер ҙур өлөшөн артта ҡалдырып, хәстәрлектәр, уйланыуҙар, тырышлыҡтар, юғалтыу-табыштар, киләсәккә өмөт-ышаныстар, яңы хыялдар, саф теләктәр менән 2024 йылға яҡынаябыҙ. Беҙ һәр беребеҙ күңелебеҙ, йөрәгебеҙ менән үтеп барған 2023 йылға рәхмәттәр әйтеп, уны тарих биттәренә ҡалдырабыҙ. Һәр ҡайһыбыҙ 2024 йылға яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫабыҙ. Йыл менән йыл алмашынған көндә беҙ изге уй-теләктәр менән ҡарайбыҙ.
Киләһе йыл ауыл хужалығы өсөн уңышлы килеүен теләйем. Барлыҡ ҡыйыу пландарығыҙ, изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын. Яңы 2024 йылда һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел көрлөгө, йән тыныслығы юлдаш булһын!
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауыл советы депутаты