Байрам уңайынан
3 Ғинуар 2024, 04:37

Ҡартлығыбыҙ һорай мәрхәмәт

Яҡут ауылы Ҡыш бабайы ныҡ аҡыллы икән.

Ҡартлығыбыҙ һорай мәрхәмәтҠартлығыбыҙ һорай мәрхәмәт
Ҡартлығыбыҙ һорай мәрхәмәт
Балаларға күстәнәс ташып, эште бөтөргәс, ул ололарҙы ҡотларға керешкән. Йылы һүҙҙе, яҡты йөҙҙө оло кеше лә, баланан һис ҡалышмай, көтә, улар ҙа, сабыйҙар шикелле үк, наҙға мохтаж
Ҡыш бабай, өй беренсә йөрөп, инәй-бабайҙарҙың күңелен күреп сыҡҡан, ҙур сауап алған. Фирүзә апай Абдуллина яҙғанды ул да, моғайын, уҡыған булғандыр: 

Йылы һүҙгә, яҡты йөҙгә мохтаж
Ҡартлыҡ килә баҫып үксәгә.
Миңә генә түгел, ул һиңә лә,
Һәммәбеҙгә килә. Иртәгә,

Ул иртәгә генә. Ә бөгөнгә
Уй-хыялда бары мөхәббәт.
Йәшлегебеҙ теләй үбеп-ҡосоу,
Ҡартлығыбыҙ һорай мәрхәмәт.

Ҡартлығыбыҙ ҡарай мөйөш аша
Икеләнеп, ҡурҡып, һаҡ ҡына…
Миһырбанлы, зинһар, булайыҡсы,
Килер ҡартлығыбыҙ хаҡына!  

Автор:
Читайте нас