Мәктәбебеҙҙә, балалар баҡсаһында, ауыл мәҙәниәт йортонда ла, почтала ла үҙгәрештәр булды. Ауылыбыҙ район кимәлендә үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеү яуланы, хәҙер республика кимәлендә лә һынатмаҫҡа тырыша.
Йылыбыҙҙыға йомғаҡ яһап шишәмбе көнө мәктәбебеҙҙә ҙур сара үткәрҙек. Мәктәбебеҙҙең спорт залына яңартылды, шуны күрһәтеү, Ватан геройҙары көнөн билдәләү ниәте менән, "Айыҡ ауыл" сиктәрендә йыйылышып бик шәп сара уҙғарҙыҡ.
Быйыл мәктәбебеҙҙә 6-сы класта Шайморатов класы асылды, 9-сы кластарыбыҙ кадеттар, бына ошо кластар берләшеп ошо сараны бик матур итеп үткәрҙеләр. Сара ике этапҡа бүленеп уҙҙы, тәүге өлөшөндә балалар шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырланы, батырҙар тураһында тарихи иҫтәлектәргә бирелделәр, ә икенсе өлөшөндә уҡыусылар мәктәп беренселеге исемен яулау өсөн төрлө һынауҙар, ярыштарҙа ҡатнаштылар.
Физик күнекмәләрҙән торған көсөргәнешле ярышыбыҙ Зәк-Ишмәт ауылынан сыҡҡан геройыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар союзы геройы Шамил Әбдрәшитовҡа арналды.
Айгөл ГУРЬЯНОВА, Зәк-Ишмәт ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.