Байрам уңайынан
5 Ғинуар 2024, 15:21

Күңелле үтте

Яҡшымбәт мәктәбенең 1-4 - се класс уҡыусылары "Ҡыш бабайҙың серле тоғо" тамашаһын ҡаранылар.

Күңелле үттеКүңелле үтте
Күңелле үтте

...Ролдәрҙе мәктәптең уҡытыусылары башҡарҙы. Ҡыш бабай - "Ҡолонсаҡ" ҡурайсылар ансамбленең етәксеһе Рәсим Ришат улы, Ҡарһылыу - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Асҡар ҡыҙы, Оҙонғолаҡ - башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Нәғим ҡыҙы, Айыубикә - башланғыс кластар уҡытыусыһы Динә Рәзиф ҡыҙы, Төлкөбикә - математика уҡытыусыһы Зөлфиә Юнир ҡыҙы, Мәскәй әбей башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы.
Яңы йыл бал-маскарадтарын үткәреүҙә аҡсалата ярҙам күрһәткән фермерҙарыбыҙға, депутатыбыҙ Земфира Аҙнабаеваға ҙур рәхмәт. Ҡыш бабай тоғона тәмлекәстәр, Яңы йыл персонаждарына костюм алынды. Ҡупшы шыршы алып ҡайтҡан Фәдис Исхаҡовҡа, шулай уҡ тырыш балаларҙы шәхси премияһы менән ҡыуандырған Фәрхәд хәҙрәткә рәхмәтлебеҙ.

Мәҡәлә гәзиттә бөгөн тулы вариантта баҫылды. 

Автор:
Читайте нас