- Ислам улым йыл да беҙҙең дә, ауылдаштарҙың дә кәйефен күтәреп, ошондай һындар яһай, йылдан-йыл оҫтарып бара, быйылғы һыны бигерәк шәп килеп сыҡты. Уға мырҙаһы, Артур улым да ярҙамға килде. Ҡыш ҡарһыҙ ғына башланып киткәс, күңелдәре төшкән ине, ҡар булмаһа һынды нимәнән әүәләп була. Айҙың һуңғы көндәре балаларҙы ҡыуандырып етәрлек ҡар яуҙы, улдарым шунда уҡ тырышып эшкә тотондо һәм тиҙ арала йылдың символы булған өс башлы дейеүҙе яһап та ҡуйҙылар. Хәҙер был һындар беҙҙең ауыл кешеләрен генә түгел, урамдан машина менән үтеп-һүтеп йөрөгән башҡа кешеләрҙе лә һоҡландыра, - ти, улдары менән ғорурланып, Алмаз Мазитов.