Все новости
Байрам уңайынан
14 Февраля , 17:10

Ғашиҡтар көнөнә

 Гөлшат Байназарова, Айсыуаҡ ауылы. 

Ғашиҡтар көнөнә
Ғашиҡтар көнөнә

"Күрер күҙгә матур түгел,
Тик ниңәлер яратам.”
Ошо йырҙы ишетһәм мин
Һандуғасҡа оҡшатам.
Кескенә ҡошсоҡ булһа ла
Күптәргә ул бик оҡшай.
Моңона хайран ҡалаһың,
Тыңлап бер кем дә туймай.
Матур-матур күренмәй
Һөйгән матур күренә.
Ошо һүҙҙе дөрөҫләп
Яҙғым килә йәштәргә.
Ҡайһы берәү шикле ҡарай
Ғашиҡтар тигән һүҙгә.
Ул белһә әгәр дөрөҫөн
Эҙләп төшөр ине диңгеҙгә.
Һандуғастар моңло һайрап,
Күңел ҡылын ҡуҙғата.
Һағыштарың булһа һинең,
Әкрен генә тарата.
Сут-сут итеп һайрашалар,
Моң менән аңлашалар.
Ғашиҡ булған ике йөрәк,
Мәңгегә бергә ҡауышалар.

Автор:
Читайте нас: