Все новости
Байрам уңайынан
22 Февраля , 09:11

Ярҙам итегеҙ!

Беҙ, Башҡортостан республикаһының Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы халҡы, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау – 2024” республика программаһында ҡатнашабыҙ. 

Ярҙам итегеҙ!
Ярҙам итегеҙ!

Яҡшымбәт ауылы халҡы йыйынында йәмәғәтселек алдында “Яҡшымбәт ауылы зыяраты кәртәһен яңыртыу” проекты тәҡдим ителде һәм хуплап ҡабул ителде. Программа шарттары буйынса сығымдарҙың бер өлөшө бағымсыларҙан һәм ауыл халҡынан йыйылырға тейеш. Һеҙҙән, үҙегеҙҙең финанс мөмкинселегегеҙгә ҡарап, беҙгә проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Ситтә йәшәүсе ауылдаштарҙың ярҙамы беҙгә бик кәрәк һәм ҡиммәт. Беҙҙең үтенесте аңлап ҡабул итерһегеҙ тип уйлайбыҙ.
Һеҙгә оло хөрмәт менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе Советы депутаты Рәүеф Абдуллин.Контакт телефондары: 89872580222; 89656514900.

Автор:
Читайте нас: