Все новости
Байрам уңайынан
7 Марта , 12:20

Ирҙәр күңелен йомшарта

Кемде-кемде, уларҙы был байрамда ҡотламай булмай.

Ирҙәр күңелен йомшарта
Ирҙәр күңелен йомшарта
Полицияла хеҙмәт иткән ҡыҙҙарҙы. Ҡатын-ҡыҙҙың, ул ҡайҙа эшләһә лә, өйөндәге эше ғүмерҙә бөтмәй, ә инде был һөнәр тураһында һүҙ йөрөткәндә (ҡайһы бер уҫлаптай ирҙәр ҙә әле, тынғыһыҙ хеҙмәткә түҙмәй, был эштән китеү яғын ҡарай), әллә, ҡалай итеп барыһына өлгөрәләрҙер, баш етмәй.
Кисә уларҙы етәкселеге ҡотлаған. Полицияла әл дә ҡыҙҙар эшләй, улар дорфа ирҙәрҙең, ҡатып бөткән күңелен йомшарта, эштәренә дәрт өҫтәй, шуға әйтер һүҙҙәрҙе йәлләмәгәндәр, полиция начальнигы һүҙҙәренсә, иң шәп, иң матур, иң эшсән ҡыҙҙар тик уларҙа ғына хеҙмәт итә. Был һүҙҙәр менән, әлбиттә, беҙ ҙә ризабыҙ һәм ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ: ҡатын-ҡыҙ бәхетенән айырмаһын һеҙҙе, сибәркәйҙәр. 
Автор:
Читайте нас: