Все новости
Байрам уңайынан
7 Марта , 13:18

Уртаҡ беҙҙең яҙмыш кәмәһе

Һин бит миңә ҡыҙым ғына түгел

Уртаҡ беҙҙең яҙмыш кәмәһе
Уртаҡ беҙҙең яҙмыш кәмәһе

Ҡыҙым булһаң,
Осоп китер инең янымдан.
Һин – кәләше ғәзиз улҡайымдың,
Икегеҙ ҙә артыҡ йәнемдән.

Һин бит миңә ҡыҙым ғына түгел,
Һин – нигеҙҙең яҙы, ҡояшы.
Һинең яуап, һинең аманатта
Ырыу ебе, нәҫел ояһы.

Һин бит миңә ҡыҙым ғына түгел,
Ҡыҙым булһаң,
Ҡунаҡ ҡына булыр инең дә...
Йәш тип тормай, яҙмыш ана шулай
Күп мәшәҡәт һала киленгә.

Һин бит миңә ҡыҙым ғына түгел,
Әсәй генә түгел үҙем дә.
Хоҙай ҡаршыһында беҙ яуаплы,
Тырыш булайыҡсы, түҙем дә.

Яҙмыш тарафынан бәйләнгән беҙ
Бер нәҫелгә, ҡанға, тамырға,
Баш булырға күпме тырышһаҡ та,
Һин дә, мин дә – бары ҡабырға.

Һин бит миңә ҡыҙым ғына түгел,
Уртаҡ беҙҙең яҙмыш кәмәһе,
Ғүмер даръялары йырлап аҡһын,
Ел-дауылдар беҙгә теймәһен.

Ләйсән КӘШФИ.

Автор:
Читайте нас: