Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта , 12:03

Әсәйҙәрҙең бәғере

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы: 

Әсәйҙәрҙең бәғере
Әсәйҙәрҙең бәғере

Бала тиеп өҙгөләнә,
Ғәзиз әсәйҙәрҙең бәғере.
Тилмереп көтә-көтә уларҙы,
Хатта етмәй уның түҙеме.
Берсә ҡарай ул тәҙрәгә,
Йүгереп сыға ҡапҡаға.
Берсә күҙенә күренгәндәй,
Зәғифләнеп ҡуя аҡылға.
Күп әсәйҙәр олоғайғас,
Оноталар үткәнен.
Һауылығы ҡаҡшаған була,
Тыңлата алмай йөрәген.
Йөрәккә аҡыл хужа,
Булмаһа ҡайҙан алаһың.
Күлмәгеңдә тишек булһа,
Ямау һалып ямайһың.
Йөрәкте бит ямап булмай,
Өҙөлһә булмай ялғап.
Киҫелгән икмәк йәбешмәй,
Шуны ултырам уйлап.
Әсәй бәғере бик нескә,
Уны ла булмай ялғап.
Ошо һүҙҙе ҡат-ҡат яҙам,
Табыр өсөн мин яуап.
Әсәй бәғерен һаҡларға,
Иң беренсе - сабырлыҡ.
Сабырлығы алтын булһа,
Был була инде батырлыҡ.

Автор:
Читайте нас: