Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта , 09:37

Силәгенә күрә ҡапҡасы

Бөгөн беҙ ҡатын-ҡыҙҙы ғына маҡтайбыҙ.

Силәгенә күрә ҡапҡасы
Силәгенә күрә ҡапҡасы
Уларға дан йырлайбыҙ. Быныһы шулай булырға тейеш тә, бөгөн - уларҙың байрамы. Әммә ирҙәр тураһында бер кәлимә һүҙ әйтмәһәк, ҙур гонаһ ҡылырбыҙ кеүек. Ирҙе ир иткән - ҡатын тиһәк тә, ҡатынды ҡатын иткән кеше лә - ир. Ир кешенән әллә ни күп һоралмай, талаптар ҙур түгел, теге йырҙағыса «Женщина прекрасна, когда любима...».
Яҡшымбәт егеттәре ҡыҙҙарҙы ярата белә. Кисә быны улар сираттағы тапҡыр иҫбат итте, шундай итеп концерт ҡуйҙылар, килгән халыҡтың алҡышлай торғас, ҡулдары ауыртып бөттө. 
Беҙ үҙебеҙ Яҡшымбәттәр,
Көн итмәйбеҙ маҡтанып,
Беҙ урамдан үткән саҡта,
Ҡыҙҙар ҡала уфтанып.
Был ауылда, ысынлап та, ҡыҙҙарҙы уфтандырыр, зарыҡтырыр, яраттырыр егеттәр йәшәй. Силәгенә күрә ҡапҡасы тигән кеүек, бер-береһенә тап килеп кенә торалар, ҡыҙҙар ҙа шәп, егеттәре лә төшөп ҡалған түгел. 
Автор:
Читайте нас: