Все новости
Байрам уңайынан
9 Марта , 08:45

Ҡыҙҙарҙы Ҡорбанғәли Сөләймәнов ҡотлай!

Ер шарын гүзәллек, наҙ һәм мөхәбәткә төрөүсе донъялағы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар!

Ҡыҙҙарҙы Ҡорбанғәли Сөләймәнов ҡотлай!
Ҡыҙҙарҙы Ҡорбанғәли Сөләймәнов ҡотлай!

Һеҙҙе ихлас йөрәктән яҙҙың иң матур байрамы – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!
Ошо ҡыуаныслы мәлдә, барлыҡ ир-егеттәр исеменән, ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ рәхмәттәремде белдерәм.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Гөл-сәскәләр, йылы маҡтау һүҙҙәре, бүләктәр менән генә һеҙҙең күңел йылығыҙ өсөн рәхмәттәребеҙҙе еткереп бөтөрлөк түгел. Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, иң мөһиме илебеҙгә тыныслыҡ, именлек теләйем! Бәхетле булығыҙ, яратып, яратылып йәшәгеҙ! Именлектә, һаулыҡта, бәхет,шатлыҡтарға уралған мөхәббәтле оҙон ғүмерҙәрҙә оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Ғәзиз балаларығыҙҙан, һөйгән йәрҙәрегеҙҙән матур һүҙҙәр генә ишетергә яҙһын!
Ағиҙелдең яры текә,
Һауҙары йыраҡ китә.
Яҙҙы көткән наҙлы гөлдәй,
Күңелдәр һеҙҙе көтә.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы

Автор:
Читайте нас: