Все новости
Байрам уңайынан
25 Марта , 10:19

Эштәребеҙ гөрләп бара

Светлана Тураева, Күмертау мәҙәниәт идаралығы директоры:

Эштәребеҙ гөрләп бара
Эштәребеҙ гөрләп бара

- Мәҙәниәт - ҡалабыҙҙа иң тотороҡло өлкә, тип әйтер инем. Етәкселәр беҙҙә тәжрибәле, шуға ла эштәребеҙ һәр ваҡыттағыса гөрләп бара. Эш хаҡы ла йылдан-йыл артыуы һөйөндөрә. Республика тарафынан да ярҙам итеп торалар, был да ҙур ҡыуаныс. Төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулайбыҙ, барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңыштарыбыҙ бихисап. Шулай ҙа проблемаларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Иң борсоғаны - “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йорто фасадына ремонт яһау. Бының өсөн 19 млн. һум тирәһе аҡса кәрәк буласаҡ. Республикала ла был хаҡта беләләр, шуға ла мәсьәләнең ыңғай хәл итеренә ышанабыҙ.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, Һөнәри байрамыбыҙ – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым. Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, күңелдәренә рухи орлоҡ һәм өмөт һалыу йәһәтенән уларҙың тырышлыҡтары оло баһаға лайыҡ. Һөнәрҙәренә тоғро булғандары өсөн ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Артабан да шулай уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм ижади үрҙәр юлдаш булһын!

Автор:
Читайте нас: