Все новости
Байрам уңайынан
25 Марта , 13:20

Мәҙәниәт - кешелектең ныҡлы бер тағаны һәм үҫешкә этәреүсе көсө

Ләйсән Нуриәхмәтова, Көйөргәҙе районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы: 

Мәҙәниәт - кешелектең ныҡлы бер тағаны һәм үҫешкә этәреүсе көсө
Мәҙәниәт - кешелектең ныҡлы бер тағаны һәм үҫешкә этәреүсе көсө

Мәҙәниәт - һәләтле кешеләре, быуындар күсәгилешлеге һәм йолалары менән йәшәй. Замана һулышын тойоу һәм тамашасыға еткереү менән бергә мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлай, Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле халҡының фольклорын популярлаштырыу кеүек яуаплы бурыстарҙы тормошҡа ашыра.
Был йәһәттән, Көйөргәҙе районы мәҙәниәте һәр йүнәлештә лә алдынғы рәттә, тип әйтергә мөмкин. Районыбыҙҙың һоҡланғыс һәүәҫкәр артистары: гармунсылары, бейеүселәре, йырсылары, шиғри күңелле кешеләре, ҡурайсылары, оҫта ҡуллы рәссамдары һәм иҫ китмәле ҡул эштәре менән шөғөлләнеүсе һөнәрселәре - барыһы ла мәҙәниәт ярҙамында быуындарҙы быуындарға бәйләй, халыҡ рухын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Уларҙың ихлас, дәртле сығыштары, ижади емештәре район мәҙәниәт бүлегенең, "Йәшлек" район мәҙәниәт йорто һәм уның филиалдары сайттарында, матбуғатта һәм интернет селтәрендә сағылыш таба һәм район йәмғиәтендә мәҙәни, сәйәси һәм әхлаҡи ҡараш булдыра.
Бөгөнгө көндә Көйөргәҙе районында 20 китапхана, 16 клуб һәм мәҙәниәт йорто, 3 музей һәм сәнғәт мәктәбе уңышлы эшләп килә. Уларҙың ижади коллективтары яңынан-яңы үрҙәрҙе яулауы, республика, хатта Рәсәй кимәлендә танылыу табыуы менән ҡыуандыра. Мораптал мәҙәниәт йортоноң "Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто - 2024" республика конкурсында еңеүе, Павловка мәҙәниәт йортоноң "КЛУБок" республика конкурсында гран-при яулауы, Молокан китапханаһы хеҙмәткәре Дремина Лидия Владимировнаның "Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре" конкурсында еңеүе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Мин районыбыҙҙың мәҙәниәте үҫешенә иғтибарын һәм көсөн сарыф иткән һәр кешегә , халыҡ ижадына, йолаларына һаҡсыл ҡарашы өсөн һәр хеҙмәткәргә, сәнғәт, китапхана һәм музей эшенә үҙенең тормошон бағышлаусыларға оло рәхмәтемде белдерәм.
Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Профессиональ хеҙмәтегеҙ, сәнғәткә һөйөүегеҙ, матурлыҡты тоя белеп, уны донъяға таратыуығыҙ, йәш быуында илһөйәрлек тойғолары менән бергә рухи байлыҡҡа ынтылыш булдырыуығыҙ өсөн бар йөрәктән рәхмәт һеҙгә! Кеше күңеленә яҡшы кәйеф, шатлыҡ, һөйөү, ижад ҡомары һәм дәрт-илһам бүләк итеү бик мөһим. Ошо яуаплы һәм нескә бурысты үтәүгә бар һәләтегеҙҙе һалып, районыбыҙҙың мәҙәни тормошон йылдан-йыл күркәмләндерәһегеҙ,
Ошо яуаплы һәм нескә бурысты үтәүгә бар һәләтегеҙҙе һалып, районыбыҙҙың мәҙәни тормошон йылдан-йыл күркәмләндерәһегеҙ, тормошто йәмләнлдерәһегеҙ. Ял көндәре һәм байрамдар һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ, нурлы йөҙҙәрегеҙ, ижади дәртегеҙ арҡылы ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнә.

Һеҙгә киләсәктә лә илһам, рух күтәренкелеге, ныҡлы һаулыҡ, ҡыйыу башланғыстар, проекттар, ижади уңыштар һәм еңеүҙәр, именлек һәм бәхет теләйем.

Автор:
Читайте нас: