+21 °С
Болотло
- Нисек уйлайһығыҙ, иптәш Ғәйетбаев, культура нимә була ул?
Ғәйетбаев баҫалҡы ғына ҡиәфәттә министрҙың күҙенә ҡарап:
– Әллә, минеңсә культура – культура була ул. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– Дөрөҫ, культура – культура була ул! Бар, ҡаршылағы кабинетҡа ин дә эшләй башла.
Рәшит Солтангәрәев.