Все новости
Байрам уңайынан
12 Апреля , 10:22

Беҙ бында тракторҙа йөрөйбөҙ, улар космоста нимә эшләй икән?

Бөгөн илебеҙҙә космонавтика көнө билдәләнә, шуға бәйле 63 йыл элек булған хәтирәләремде яҙып үтергә булдым.

Беҙ бында тракторҙа йөрөйбөҙ, улар космоста нимә эшләй икән?
Беҙ бында тракторҙа йөрөйбөҙ, улар космоста нимә эшләй икән?

Ул йыл ҡоро булғандыр, күрәһең, беҙ һөрөлгән баҫыуҙарға трактор менән тиреҫ ташып түгә инек. Шул саҡ партком секретары велосипед менән елдертеп тау һыртынан килеп төштө, үҙебеҙсә яҡын күреп уны Ғәлләм Ғәлләмович, тип йөрөтә инек. Баҡтиһәң, ул беҙгә һөйөнсөләргә килгән икән, донъяла тәүге кеше Юрий Гагарин космосҡа осҡан, тине ул беҙгә. Беҙ баҫыуҙа тиреҫ түгеп йөрөгән кешеләр, аптырап ҡалдыҡ. Беҙ бында ерҙә тракторҙа йөрөйбөҙ, улар космоста нимә эшләй икән, тип уйланым эстән генә.
Вәлитов ағай хәбәрҙе әйтте лә, ярар, егеттәр, минең әле бараһы урыным етерлек: Яҡупта булдым, артабан Абдул, унан һуң Кинйә, Тимербай, Түкән, төштән һуң Холодный яҡтарына ла барып етер кәрәк, тип велосипедына атланып сығып та китте.
Үәт шул саҡта бензингә эконом булған икән, тип уйланып ултырам бөгөн, анау хәтле ерҙе машина менән түгел, велосипедта уҙған партком секретарына һаман аптырап ултырам, хәҙер һәр береһендә бер түгел, икешәр машина, барыбер өлгөрә алмайҙар.

Ҡорбанғәли Сөләймәнов, Яҡуп ауылы. 

Автор:
Читайте нас: